АБЗАЛОВА ЛЯЛЯ
(1970 г.р.)
Ләлә Фәнүр ҡыҙы Абзалова 1970 йылдың 20 ноябрендә Туймазы районы Йәрмөхәмәт ауылында тыуа.
1978-1988 йылдарҙа Йәрмөхәмәт урта мәктәбендә уҡый.
1988-1993 йылдарҙа БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала.
1992 йылда үҙ аллы уҡыуға күсә һәм тыуған ауылына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта.
1993 йылдан Бишҡурай урта мәктәбендә балаларға рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә.
Юғары категориялы уҡытыусы эшендә ҙур уңыштарға ирешә, мәғариф бүлеге, район администрацияһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министр лығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Кескәй саҡтан уҡ яҙышырға әүәҫ ҡыҙ “Башҡортостан пионеры”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзите менән тығыҙ бәйләнештә тора.
Ләлә Фәнүр ҡыҙы ижади һәләтен эшендә уңышлы ҡуллана. 10 йылдан ашыу мәктәбендә “Йәншишмә” исемле йәш хәбәрселәр түңәрәге алып бара, үҙе лә хикәйәләр, юморескалар яҙа.
Ләлә Фәнүр ҡыҙы тормош иптәше Әлмир Зәйнәғетдин улы менән 25 йыл бергә татыу ғүмер итә, өс бала үҫтерә.
1983 йылдан алып “Алтын башаҡ” әҙәби берләшмәһе ағзаһы.
Ләлә Фәнүр ҡыҙы Абзалова: «Ижадҡа мөкиббән уҡытыусы»: биобиблиографик күрһәткес / Төҙөүсе М.К. Бадгутдинова. - Туймазы, 2020. - 8 б.: ил. - (На баш. яз.).